06:25 (UTC+5), 12 Август 2013

Рөстәм Хәмитов ташҡындан һуң тергеҙеү эштәрен тиҙләтергә ҡушты

Ғәлиә Нәбиева
Әбйәлил районындағы ғәҙәттән тыш хәл зонаһын тикшереү барышында Башҡортостан Президенты ташҡындан һуң тергеҙеү эштәре темптарын тиҙләтергә ҡушты.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, ташҡынға бәйле хәл тотороҡланды, хәҙер бөтә көстө емерелгән инфраструктураны, юлдарҙы, күперҙәрҙе тергеҙеүгә, зыян күреүселәргә ярҙам итеүгә йүнәлтергә кәрәк.
Республика етәксеһе Әбйәлил районында ваҡ таш сығарыу карьерында булды. Әлеге ваҡытта предприятиела эш ҡайнай, сөнки юлдарҙы һәм күперҙәрҙе тергеҙеү өсөн тиҙ арала төҙөлөш материалы кәрәк. Президент карьер эшмәкәрлеге менән танышты. Хеҙмәткәрҙәр менән аралашып, эш темптарын арттырыу кәрәклеген билдәләне.
Әбйәлил районына сәфәр йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Президенты килеп тыуған хәлдә республикалағы барлыҡ хеҙмәттәрҙең дәррәү эшләүен билдәләне. Ауыл биләмәләре башлыҡтары халыҡты эвакуациялау буйынса эште ваҡытында ойоштора алды. Район һәм республиканың оператив штабтары ла яҡшы эшләне. Күп ойошмалар ярҙам ҡулы ҡуҙҙы. Күрше төбәктәрҙә йәшәүселәр ҙә ситтә ҡалманы. Башҡортостандың ташҡындан зыян күргән райондарына ярҙамға Магнитогорскиҙан һигеҙ самосвал һәм ике экскаватор килде.
— Миңә Үҙәк хәрби округ ғәскәрҙәре командующийы шылтыратты, - тип һөйләне Рөстәм Хәмитов. – Әммә хәрби техника йәлеп итеүҙең кәрәге булманы. Барыһын да үҙ көсөбөҙ менән башҡарҙыҡ.
Иң мөһиме - йәрәхәт алыусылар һәм һәләк булыусылар юҡ, тип билдәләне Башҡортостан Президенты.
Уның һүҙҙәресә, әлеге ваҡытта тергеҙеү эштәрен башҡарыу мөһим.
— Зыян күреүселәргә бөтә республика менән ярҙам итәсәкбеҙ, - тип белдерҙе Башҡортостан Президенты. – Был маҡсаттарға аҡса бар.
Килтерелгән зыянды баһалау һәм документтар әҙерләүҙе иҫәпкә алғанда, ике аҙнанан зыян күреүселәргә тәүге ярҙам йүнәлтелергә тейеш.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика