09:30 (UTC+5), 09 Августа 2013

Республика уҡытыусылары мәғариф өлкәһендәге мәсьәләләрҙе һәм бурыстарҙы тикшерә

Ғәлиә Нәбиева
Бөрө ҡалаһында мәғариф хеҙмәткәрҙәренең республика август кәңәшмәһе үтә. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнаша.
— Беҙҙең кәңәшмә республика торошонда мөһим этап булып тора. Мәғариф һәм педагогик эшмәкәрлек – ҙур бер донъя, беҙҙең тормошобоҙ уға тығыҙ бәйле, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов, уҡытыусыларға мөрәжәғәт итеп.
Республика етәксеһе алдағы йылға мәғариф хеҙмәткәрҙәре алдына ҡуйған төп бурыстар араһында – заманса смарт-белем биреү, аҡыллы белем биреү системаһын ғәмәлләштереү.
Рөстәм Хәмитов демографик күрһәткестәргә ентекле туҡталып үтте. Киләсәктә шул күрһәткестәргә таянып, яңы белем биреү учреждениелары төҙөү планлаштырыла.
Башҡортостан Президенты мәғариф өлкәһендәге оптималләштереү процесын анализланы. 2005 йылға тиклем республикала 3200-3300 мәктәп булған. 2010 йылға уларҙың һаны 1800-гә тиклем кәмегән. Һуңғы ике йыл эсендә йәнә 150-200 уҡыу йорто оптималләштерелгән. Был юҫыҡтағы төп эштәр 2010 йылға тиклем башҡарылған.
Федераль ҡануниәт менән билдәләнгән нормаларға ярашлы, бер уҡытыусыға 15 уҡыусы тура килергә тейеш. Оптималләштереү шул нормаларҙан сығып үткәрелә.
— Мин баштан уҡ был һанды үҙгәртеү яҡлы сығыш яһаным, сөнки республикала ауылда йәшәүселәр һаны бик күп, - тине Рөстәм Хәмитов.
Төбәк башлығы мәктәптәрҙе ябыу процесын туҡтатыр өсөн был күрһәткесте кәметергә тәҡдим итә.
— Беҙ мәктәптәрҙе ябырға тейеш түгел, ә бының маҡсатҡа ярашлы булыу-булмауынан сығып эш итергә тейешбеҙ, - тигән фекерен белдерҙе республика етәксеһе. – Бер уҡытыусыға 11-12 бала тигән күрһәткескә өлгәшеү өсөн эште артабан да дауам итәсәкбеҙ.
Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә тармаҡты финанслау күләмдәре лә тикшерелде. Йыл һайын мәғариф өлкәһенә йүнәлтелгән средстволар күләме 20-25 процентҡа арта һәм үткән йыл йомғаҡтары буйынса ул 48,3 миллиард һум тәшкил итте. Был аҡса хеҙмәт хаҡын арттырыуға, мәктәптәрҙе яңыртыуға, яңы ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтелде.
— Был ғына һандар беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй, беҙгә ҙурыраҡ һандар кәрәк. Төбәктә дәрестәр үткәреү өсөн яраҡлы булмаған мәктәптәр бар. Быны йәшермәйбеҙ. Мәғариф системаһы бюджетын арттырырға тейешбеҙ, - тине Рөстәм Хәмитов.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика