Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Август 2013, 14:32

Приют ҡасабаһы халҡы Дан паркын төҙөкләндерҙе

Бәләбәй районы Приют ҡасабаһының Дан паркында төҙөкләндереү эштәре үткәрелде. Парк 60-сы йылдар уртаһында булдырылған. Унда мемориаль комплекс, балалар өсөн аттракциондар, бейеү майҙансығы бар. Муниципаль район хакимиәте паркты төҙөкләндереүгә махсус аҡса бүлгән. Шул аҡсаға шәхси эшҡыуарҙарҙың стационар булмаған объекттарын һүтеп алыу, мемориаль комплексҡа ремонт үткәреү, паркты ҡоро ағастар һәм ҡыуаҡтарҙан таҙартыу, эскәмйәләр буяу, ҡапҡаны ремонтлау кеүек эштәр башҡарылды. Шулай уҡ бейеү майҙансығы ремонтланды.
Паркты төҙөкләндереүҙә йәшәр Советы ағзалары ла ҡатнашты. Улар эргәләге йылғаны сүп-сарҙан таҙартты, тимер күперҙе буяны.
Автор:Людмила Терновая
Читайте нас: