09:47 (UTC+5), 07 Август 2013

Башҡортостан йәштәре «Селигер-2013» форумынан ҡайтты

Людмила Терновая
Башҡортостандың Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларынан, Белорет, Туймазы, Учалы райондарынан йәмғеһе 80 кеше «Селигер-2013» Бөтә Рәсәй йәштәр форумынан ҡайтты. Сара 28 июлдән 5 авгусҡа тиклем Тверь өлкәһендә үтте. Унда йәштәр ойошмаларының биш меңдән ашыу лидеры ҡатнашты. Аҙна дауамында ҡыҙҙар һәм егеттәр 2013-2014 йылдарға йәштәр сәйәсәтенең төп йүнәлештәре буйынса саралар программаһын әҙерләү өҫтөндә эшләне.
Граждандар форумы туғыҙ профилле смена буйынса эшләне. Улар араһында «Эшләүсе йәштәр», «Рәсәйҙең патриотик клубтары», «Йәштәр ойошмалары сменаһы», «Йәштәр туризмы», «Студенттар ойошмалары», «Йәш экологтар» һәм башҡалар булды.
Ҡатнашыусылар тарафынан тәҡдим ителгән 100 иң яҡшы проект «Селигер-2013» форумының гранттарына лайыҡ булды. Беҙҙең яҡташтарыбыҙ биш грант яуланы.
«Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардиясылары» бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Бәләбәйҙәге бүлеге вәкиле Александр Краснов иҫәпләүенсә, «Селигер» йәштәргә үҙҙәрен күрһәтеү өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә.
Йәмәғәт ойошмаһының Ҡалтасы районындағы бүлексәһе ағзаһы Ринат Насретдинов билдәләүенсә, форум - идеяларҙы тормошҡа ашырыу, ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышыу өсөн яҡшы майҙансыҡ.
— Сарала йәштәр Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең сәйәси хәле тураһында бик күп мәғлүмәт алды. Лекциялар, семинарҙар йәштәргә үҙ идеяларын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итер, тип ышанам, - тине «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардиясылары» йәмәғәт ойошмаһы вәкиле.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика