08:46 (UTC+5), 02 Августа 2013

Төбәктең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Мәләүез районында граждандарҙы ҡабул итте

Людмила Терновая
Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова Мәләүез районында граждандарҙы ҡабул итте. Осрашыу алдынан ул Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығында һәм халыҡты социаль хеҙмәтләнереү буйынса комплекслы үҙәктә булды. Ҡарттар йорто, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют та иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Министр урынбаҫары учреждениеларҙа йәшәү шарттары, белгестәрҙең эшмәкәрлеге менән танышты, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.
Граждандар менән осрашыуҙа Мәләүез районы хакимиәте һәм ҡаланың социаль хеҙмәттәре вәкилдәре ҡатнашты. Кешеләр торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, эшкә урынлашыу, инвалидлыҡты билдәләү, дарыуҙар менән тәьмин ителеү, пенсия мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итте. Министр урынбаҫары һәр һорау буйынса аңлатмалар бирҙе, мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса тейешле хеҙмәттәргә күрһәтмәләр бирҙе.
Ольга Кабанова билдәләүенсә, граждандар менән бындай осрашыуҙар үткәреү - барлыҡ министрлыҡ һәм ведомстволар эшмәкәрлегенең мөһим һәм айырып алғыһыҙ өлөшө. Бындай саралар әүҙем үткәрелергә тейеш, улар мәсьәләне ваҡытында асыҡларға һәм уны хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика