18:14 (UTC+5), 02 Августа 2013

Төбәктә сәнәғәт ҡалдыҡтары менән идара итеү системаһын камиллаштырыуға 12 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк

Галина Бахшиева
Төбәктә 2013 – 2020 йылдарға иҫәпләнгән «Башҡортостан Республикаһында сәнәғәт ҡалдыҡтары менән идара итеү системаһын камиллаштырыу» республика маҡсатлы программаһы раҫланды. Республика Хөкүмәтенең тейешле ҡарарына 2013 йылдың 31 июлендә ҡул ҡуйылды.
Бөтә төр сығанаҡтарҙан программаны финанслау күләме 12 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк.
— Сәнәғәт ҡалдыҡтары менән идара итеү системаһын камиллаштырыуға йүнәлтелгән саралар комплексын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу программаның төп маҡсаты булып тора. Шулай уҡ заманса технологиялар һәм утилләштереү алымдарын индереү, сәнәғәт ҡалдыҡтарын эшкәртеү, ҡалдыҡтар менән бысранған ер участкаларын тергеҙеү, тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү мөһим йүнәлештәр булып тора, - тип хәбәр итте БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.
Муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәренә урындарҙа шундай уҡ программалар ҡабул итергә, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү тармағын үҫтереүгә булышлыҡ итергә, экологик йәһәттән зыян килтергән объекттарҙы бөтөрөү буйынса саралар күрергә тәҡдим ителде.
Программаны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә бер йыл эсендә барлыҡҡа килгән производство ҡалдыҡтарының дөйөм күләмендә файҙаланылған һәм зыянһыҙландырылған сәнәғәт ҡалдыҡтары өлөшө 24 процентҡа артырға тейеш, шулай уҡ ҡалдыҡтар менән бысранған ер участкаларының дөйөм майҙанында тергеҙелгән ерҙәр өлөшө 10 процентҡа тиклем артырға тейеш. Бынан тыш, программа сиктәрендә 2020 йылға Башҡортостанда урынлашҡан туғыҙ сәнәғәт ҡалдыҡтары объектын бөтөрөү планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика