06:26 (UTC+5), 02 Августа 2013

Башҡортостанда 60 ҡатын «Әсәлек даны» миҙалы менән наградланды

Эльмира Сабирова
Кесе йома, 1 августа, Башҡортостанда 60 ҡатын «Әсәлек даны» миҙалы менән наградланды. Сараны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова алып барҙы. Уның һүҙҙәренсә, әсәләргә һәр яҡлап иғтибар күрһәтелергә тейеш. Шуға күрә республика властары алып барған дәүләт сәйәсәте, тәү сиратта, әсәлеккә һәм балалыҡҡа ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.
— Үткән йылда ғына балалы ғаиләләргә күрһәтелгән матди ярҙам 3 миллиард 200 миллион һум тәшкил итте. Бындай пособиелар һәм башҡа төрлө түләүҙәр балиғ булмаған балалар тәрбиәләнгән ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында бирелә. Быйылдан башлап йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан кәмерәк булған күп балалы ғаиләләр 1,5-3 йәштәге һәр бала өсөн өс мең һум күләмендә пособие ала. Шулай уҡ ғаиләләргә торлаҡ сертификаттары тапшырыла. Уның суммаһы уртаса 2,5 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Бөгөнгө көнгә 170 ғаилә бындай сертификаттарға эйә булды, йәнә меңдән ашыу ғаилә сиратта тора, - тип билдәләне Лилиә Ғүмәрова.
Вице-премьер һүҙҙәренсә, иң мөһиме – ғаиләләргә, айырыуса күп бала тәрбиәләгән парҙарға тейешле ихтирам күрһәтеү. Йәмғиәттә был һирәк осрай торған күренеш кеүек ҡабул ителергә тейеш түгел, быға барыһы ла ынтылырға тейеш.
— Был йүнәлештә һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк: балаларҙы дөрөҫ тәрбиәләү, уларҙы ғаилә ҡиммәттәренә өйрәтеү зарур. Бәхетле, уңышлы булыуҙың сере тап ошонда. Дауаханалар, юлдар төҙөү менән, республиканың бәләкәй граждандары ғаиләһен ҡәҙерләмәһә, Ватанын яратмаһа, бер ниндәй ҙә иҡтисади программалар, миллиардлаған аҡсалар беҙгә ярҙам итә алмаясаҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды вице-премьер.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика