Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.12
-0.19
98.31
-0.17
82.64
-0.52
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Август 2013, 13:24

Төбәктә граждандарҙы яҡлау айлығы үтәсәк

Ағымдағы йылдың 4 сентябренән 4 октябренә тиклем Башҡортостанда граждандарҙы яҡлау айлығы үтәсәк, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Сара халыҡты һәм республика территорияларын тыныс һәм һуғыш ваҡытында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлауға әҙерлекте арттырыу маҡсатында үткәрелә.
Ғәҙәттәгесә, айлыҡ барышында төрлө смотр-конкурстар, викториналар үткәреләсәк. Янғын һүндереүселәр, ҡотҡарыусылар, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ветерандары, шулай уҡ авария, стихиялы бәлә-ҡаҙа эҙемтәләрен бөтөрөүселәр республиканың предприятие һәм ойошма етәкселәре менән осрашыуҙар үткәрәсәк. Унда ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре, үҙеңә һәм бер-береңә ярҙам итеү саралары тураһында һөйләйәсәктәр.
Автор:Розалия Вәлиева
Читайте нас: