07:28 (UTC+5), 30 Июля 2013

Башҡортостанда әсәлек капиталына 160 мең сертификат тапшырылған

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостанда әсәлек (ғаилә) капиталына 160 меңдән ашыу сертификат тапшырылған, уларҙың 14 меңе йыл башынан алып тапшырылған. Төбәктең Пенсия фондынан хәбәр итеүҙәренсә, әсәлек капиталы республикала йәшәгән 91 000 ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға ярҙам иткән. 53 мең ғаилә әсәлек капиталы средстволары менән тулыһынса файҙаланған.
Сертификат средстволары йышыраҡ торлаҡ кредиттарын һәм займдарҙы ҡаплауға тотонола: 64 меңдән ашыу ғаилә сертификат ярҙамында өлөшлтә йәки тулыһынса торлаҡ кредиттарын ҡаплаған. Пенися фондының район һәм ҡалаларҙа урынлашҡан Идаралыҡтары был маҡсаттарға 20,5 миллиард һум аҡса йүнәлткән.
— Рәсәй Пенсия фонды идаралығында кредит алмайынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 27 725 ғариза ҡабул ителде, һәм был маҡсаттарға 7,4 миллиард һум аҡса йүнәлтелде, - тип һөйләне Рәсәй Пенсия фонды Идараһы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы буйынса идарасы Фоат Хантимеров. – Балаларға белем биреүгә 1 764 ғариза ҡабул ителде, улар буйынса 62,5 миллион һум аҡса күсерелде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика