Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
0 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь 2013, 13:49

Төбәктә эшләүсе әсәләр өсөн иң яҡшы предприятиелар билдәләнәсәк

Башҡортостанда IV «Эшләүсе әсәләр өсөн иң яҡшы предприятие» республика конкурсы үткәрелә. БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, эшләүсе әсәләр өсөн уңайлы хеҙмәт һәм социаль шарттар булдырыу, хеҙмәт баҙарында социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәр өлкәһендә кире тенденцияларҙы булдырмауға булышлыҡ итеү конкурстың төп маҡсаттары булып тора.
Сараны ойоштороусылар булып БР Профсоюздар федерацияһы, төбәктең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы сығыш яһай.
Бәйге 1 октябргә тиклем дауам итәсәк.
Автор: Эльвира Латыпова
Читайте нас