11:12 (UTC+5), 28 Июня 2013

Республиканың алты проекты Волга буйы федераль округы гранттарына лайыҡ булды

Ғәлиә Нәбиева
«iВолга-2013» йәштәр форумында Башҡортостан делегацияһы менән тәҡдим ителгән алты проект Волга буйы федераль округы гранттарына лайыҡ булды. Ике эш үҙ номинацияларында иң яҡшылары тип танылды һәм I дәрәжә гранттар менән наградланды. Улар - Юрий Коевтың «Бережливый путь» проекты («Төҙөлөш. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ» сменаһы) һәм Дмитрий Саханьковтың «Смарт-парк» тип аталған эше.
Икенсе дәрәжә дипломдар һәм тейешле аҡсалата приздар менән Виктория Борисова, Артем Сәйетов, Зәлиә Бикмәтова тәбрикләнде. Илдус Вәғизов өсөнсө дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
Эльдар Заһитов - йыһан карабын осороуҙы ҡарарға Байконурға путевка менән, Айрат Мөхәмәтдинов «Асыҡ инновациялар» форумында ҡатнашыуға путевка менән наградланды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «iВолга-2013» форумына Волга буйы федераль округының бөтә төбәктәренән меңдән ашыу проект тәҡдим ителде. Аҡсалата гранттарға ни бары 40 эш лайыҡ булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика