10:58 (UTC+5), 27 Июня 2013

Рөстәм Хәмитов: «Һайлау кампаниялары бер ваҡытта ла еңел үтмәй»

Ғәлиә Нәбиева
— Был һайлау кампанияһы ауыр буласаҡ, һайлау кампаниялары бер ваҡытта ла еңел үтмәй, - тине Рөстәм Хәмитов республика парламентарийҙары алдында сығыш яһап. – Сөнки йәмғиәттә барлыҡҡа килгән скептицизм, ялған, яла яғыуҙар аша үтергә тура килә. Быларҙың барыһы ла буласаҡ.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, оппозиция үҙенең ҡарарҙарын һәм тәҡдимдәрен үткәреү өсөн власть өсөн көрәшергә тырышасаҡ.
— Быға айыҡ аҡыл менән ҡарарға кәрәк. Артыҡ эмоциялар кәрәкмәй, - тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. – Йыш ҡына эмоцияларға бирелеп, көсөбөҙҙө, ыңғай потенциалыбыҙҙы юғалтабыҙ. Оппозицияға шул кәрәк тә инде – көсөбөҙҙө бөтөрөү өсөн, аңлайышһыҙ, конфликтлы ваҡиғалар булдырыу.
Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, беҙ ошо ваҡиғалар солғанышында буласаҡбыҙ.
— Әммә бындай хәлгә тыныс, айыҡ аҡыл менән ҡарарға кәрәк, һәм, минеңсә, бындай эшмәкәрлек ыңғай һөҙөмтә бирәсәк, - тигән ышаныс белдерҙе республика башлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика