06:33 (UTC+5), 27 Июнь 2013

Бөрө ҡалаһының йәш гвардиясылары етем балалар өсөн концерт ойошторҙо

Арина Рәхимҡолова
«Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның Бөрөләге бүлексәһе активистары етем балалар өсөн тәғәйенләнгән «Ыласын» сәләмәтләндереү лагерында булды, тип хәбәр итә ER.RU. Йәш гвардиясылар балалар өсөн эстафета үткәрҙе, концерт ойошторҙо.
Активистар тәүге минуттарҙан уҡ балалар менән уртаҡ тел тапты, ә лагерҙа ял итеүсе ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡунаҡтарҙы лагерҙың иҫтәлекле урындары менән таныштырҙы, көн тәртибе тураһында һөйләне.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, һәр балаға иғтибар, ихтирам кәрәк, бөтә балаларҙың да бәхетле киләсәккә хоҡуғы бар.
– Балалар – беҙҙең киләсәк. Алдағы көндәребеҙ балаларҙы нисек үҫтереүҙән, тәрбиәләүҙән, күңелдәренә рухи ҡиммәттәр һеңдерә алыуҙан тора, - тине «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның Бөрөләге бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары Анастасия Пакуртдинова.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика