Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
0 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июнь 2013, 12:37
Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультеты институт статусын алды
Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультеты Иҡтисад, финанс һәм бизнес институты итеп үҙгәртелде, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән.
Институт составында һигеҙ кафедра, шулай уҡ төбәктәрҙең социаль-иҡтисади мәсьәләләрен тикшереү лабораторияһы, ғилми-мәғлүмәт секторы, уҡытыу бүлектәре һәм башҡа бүлексәләр бар.
Иҡтисад, финанс һәм бизнес институты директоры итеп иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент Рөстәм Ахунов тәғәйенләнде.
Университеттың иҡтисад факультеты 1988 йылда география факультеты бүлексәһе итеп булдырылды, 1992 йылда үҙ аллы бүлек итеп үҙгәртелде. Бөгөнгө көндә бында ике меңгә яҡын студент белем ала, йөҙҙән ашыу уҡытыусы, шул иҫәптән 14 фән докторы, 70-кә яҡын фән кандидаты, БР Фәндәр академияһының ике академигы эшләй.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
юғары уҡыу йорттары
бду
Читайте нас