07:06 (UTC+5), 24 Июня 2013

Сит ил журналистары өсөн Башҡортостан буйлап матбуғат туры ойоштороласаҡ

Әлим Фәйезов
24-28 июндә Башҡортостанда сит ил журналистары өсөн матбуғат туры ойошторола. Маршрут Күгәрсен һәм Бөрйән райондары буйлап үтәсәк. Сараны ойоштороусы булып төбәктең Туризм буйынса агентлығы сығыш яһай.
Күгәрсен районында журналистар Мораҙым тарлауығында, Үрге Бикҡужа ауылында («Башҡорт ауылы» туристик базаһында), Йомағужа һыуһаҡлағысында буласаҡ, «Ҡарлуғас ояһы»нда квадроциклдарҙа йөрөйәсәк.
Бөрйән районында сит ил ҡунаҡтары Ағиҙел йылғаһы буйлап катерҙа йөрөйәсәк, Шүлгәнташ мәмерйәһенә барасаҡ.
БР Туризм буйынса агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, матбуғат туры барышында Ҡытай, Франция, Бөйөк Британия, Германия һәм Рәсәй журналистары барыһын да үҙҙәре эшләйәсәк: усаҡ яғасаҡ, утын әҙерләйәсәк, балыҡ тотасаҡ, ашарға әҙерләйәсәк, мунса яғасаҡ. Профессиональ инструкторҙың бурысы - тик маршрут именлеген тәьмин итеү. Бер нисә көнгә булһа ла цивилизация хаҡында онотоу әлеге турҙың төп маҡсаты булып тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика