Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-25 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июнь 2013, 16:27
Бөрөлә асфальтта һүрәт төшөрөү буйынса балалар конкурсы үтте
Бөрө лицейында көндөҙгө лагерға йөрөгән балалар өсөн асфальтта һүрәт төшөрөү буйынса «Минең Ватаным» конкурсы үтте. Сараны йәш гвардиясылар ойошторҙо, тип хәбәр итә ER.RU.
Балалар ижадын популярлаштырыу һәм үҫтереү, һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү, үҫмерҙәрҙә эстетик зауыҡ формалаштырыу, Ватанға һөйөү тәрбиәләү бәйгенең төп маҡсаттары булып торҙо.
Конкурста 6-15 йәштәрҙәге 40-ҡа яҡын кеше ҡатнашты. Балалар Ватанға, тыуға яҡҡа булған һөйөүен һүрәттәрҙә сағылдырҙы. Сара йомғаҡтары буйынса барлыҡ ҡатнашыусыларға дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
берҙәм рәсәй
акциялар
Читайте нас