06:52 (UTC+5), 21 Июнь 2013

Ауырғазы районында дауыл арҡаһында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостандың Ауырғазы районы Миҫеле ауыл советында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығынан. Көн элгәре 20 сәғәт 30 минутта ауыл биләмәһендә көслө дауыл сыҡҡан, ел тиҙлеге секундына 30-32 метр тәшкил иткән.
— Дауыл ауыл халҡына һәм хужалығына ҙур матди зыян килтергән. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, 26 йорттоң ҡыйыҡтары, 12 ҡаралты, Мичурин исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативының 14 объекты, улар иҫәбендә иген һаҡлау келәте, сусҡасылыҡ фермаһы емерелгән, - тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ.
Урында Ауырғазы электр бүлеү селтәрҙәре, Мичурин исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы бригадалары, шулай уҡ ирекмәндәр эшләй.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика