Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-1 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июнь 2013, 18:22
Республикала социаль һөҙөмтәлелек конкурсының төбәк этабы башланды
Башҡортостанда «Рәсәй юғары социаль һөҙөмтәлелек ойошмаһы» федераль конкурсының төбәк этабы үткәрелә. БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 15 июлгә тиклем комиссия ҡабул ителгән заявкаларҙы ҡараясаҡ. Конкурстың төбәк этабында еңеүселәр сентябрҙә билдәле буласаҡ. Артабан улар федераль конкурста ҡатнаша ала.
Йәмәғәтселек иғтибарын предприятиеларҙың социаль һөҙөмтәлелегенә йәлеп итеү, иң яҡшы компанияларҙың тәжрибәһен йәйелдереү бәйгенең төп маҡсаты булып тора. Конкурс йыл һайын үткәрелә, унда ҡатнашыу – бушлай.
Автор:
Эльвира Латипова
Теги:
конкурстар
социаль яҡлау
Читайте нас