04:12 (UTC+5), 19 Июня 2013

Башҡортостан Президенты ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты ултырышын үткәрҙе

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2015 йылда Өфөлә ШОС ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышын һәм БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуын үткәреүгә әҙерлек буйынса республика ойоштороу комитеты ултырышын үткәрҙе.
Республика етәксеһе башҡарылған эштәр хаҡында һөйләне һәм алдағы ваҡытҡа пландар менән таныштырҙы. Президент федераль ойоштороу комитеты төркөмдәренең республикаға визиты, шулай уҡ Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм РФ Президенты ярҙамсыһы Юрий Трутнев тарафынан объекттарҙы тикшереү йомғаҡтары тураһында һөйләне.
— Барлыҡ эштәр планға ярашлы башҡарыла, объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу графигы контролгә алынған, саммиттарға әҙерлек йәһәтенән ҡыйынлыҡтар юҡ, - тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, әлеге ваҡытта федераль ойоштороу комитетының эш төркөмдәре булдырыла. Республика ойоштороу комитеты составында быдай төркөмдәр раҫланған һәм улар айырым йүнәлештәр буйынса эшләй. Рөстәм Хәмитов республика эш төркөмдәре етәкселәренә федераль ойоштороу комитеты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә ҡушты.
Ултырышта инфраструктура әҙерләү мәсьәләләре тикшерелде.
— Конгресс-холл һәм «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында капиталь ремонт үткәрелә, унда саммиттарҙың төп саралары үтәсәк. Июлдә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ремонт эштәре башланасаҡ. Шулай уҡ ҡунаҡханалар төҙөү, «Өфө» халыҡ-ара аэропортын реконструкциялау эштәре башлана, - тип һөйләне төбәк башлығы. – Ҡаланың барлыҡ урамдары, майҙандары, скверҙары төҙөкләндереләсәк, торлаҡ йорт фасадтары ремонтланасаҡ.
Ултырышта билдәләүҙәренсә, республика күп йылдар дауамында торлаҡҡа капиталь ремонт үткәреү буйынса программаларҙа уңышлы ҡатнашып килә. 2015 йылға тиклем был маҡсаттарға федераль бюджеттан йәнә 4 миллиард һумға яҡын аҡса бүленәсәк. Президент билдәләүенсә, был ресурстарҙың ҡайһы йорттарҙы ремонтлауға йүнәлтеләсәген әленән үк хәл итергә, бындай йорттарҙың исемлеген төҙөргә кәрәк.
Ойоштороу комитеты хакимиәт биналарын яңыртыу, шулай уҡ экскурсоводтарҙы, туҡланыу өлкәһе һәм ҡунаҡхана хеҙмәткәрҙәрен әҙерләү мәсьәләләрен тикшерҙе.
— Ҡунаҡтарҙы лайыҡлы ҡаршы алырға тейешбеҙ, - тигән бурыс ҡуйҙы Рөстәм Хәмитов. - Башҡортостанға визит уларҙа иң йылы тәьҫораттар ҡалдырырға тейеш.
1 из 14
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика