Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
+0.06
98.78
-0.12
83.96
+0.69
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июнь 2013, 15:25

Төбәктә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлау кампанияһы старт алды

Төбәктә Башҡортостан Республикаһы бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлау кампанияһы башланды. Бындай ҡарар бөгөн,18 июндә, БР Үҙәк һайлау комиссияһы менән ҡабул ителде. Һайлау берҙәм тауыш биреү көнөндә – 2013 йылдың 8 сентябрендә үтә.
Республиканың закондар сығарыу органы составына 110 депутат инәсәк. Уларҙың яртыһы - бер мандатлы һайлау округтары буйынса, икенсе яртыһы партия исемлектәре буйынса һайлана.
БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында хәбәр итеүенсә, күп партиялылыҡ шарттарында һайлауҙар тәүгә үтәсәк. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, Рәсәйҙә 40 сәйси партия теркәлгән. Башҡортостанда 41 партияның төбәк бүлексәләре бар, уларҙың 38-е һайлауҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә.
Төбәктең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе һүҙҙәренсә, участка комиссиялары составында 27966 кеше эшләйәсәк.
Территориаль һайлау комиссиялары һорауы буйынса, бюллетендәрҙең яҡынса 30 проценты - башҡорт һәм татар телдәрендә, ҡалғаны рус телендә баҫтырыласаҡ, тип хәбәр итте комиссия секретары Марина Долматова. Башҡортостанда бөтәһе 3 миллион 60 мең 964 һайлаусы теркәлгән. Тауыш биреү өсөн 3 миллион 106 мең 878 һайлау бюллетене әҙерләнәсәк.
Тейешле һайлау участкаһына килә алмаған һайлаусылар өсөн 70 мең теркәүҙән төшөрөү таныҡлығы бланкы әҙерләнәсәк.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: