Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июнь 2013, 13:23
Өфө хакимиәте сайтының балалар өсөн версияһы булдырыласаҡ
Өфө хакимиәте сайтының балалар өсөн тәғәйенләнгән версияһы июль башында эшләй башлаясаҡ. Был хаҡта Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде.
Сайт буйлап оҙатып йөрөүсе итеп бал ҡорто һайланған. Порталда тик рус телендәге мәғлүмәттәр урын аласаҡ.
— Балалар сайтында яңылыҡтар булмаясаҡ, - тип аңлатты Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте баш белгесе Данил Ивлев. – Ресурс 6-12 йәштәрҙәге балалар өсөн тәғәйенләнгән. Улар ҡала тарихы, уның иҫтәлекле урындары, ял зоналары тураһындағы мәғлүмәт менән таныша аласаҡ.
Автор:
Розалия Вәлиева
Теги:
өфө хакимиәте
киң мәғлүмәт саралары
балалар
Читайте нас