12:10 (UTC+5), 17 Июня 2013

Башҡортостанда 47,6 гектар урман янғындан зыян күргән

Галина Бахшиева
Һуңғы өс көн эсендә, 14-16 июндә, Башҡортостанда ете урман янғыны теркәлгән, уларҙың дөйөм майҙаны 8,6 гектар тәшкил иткән.
БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Айбулат Ғәйнуллин хәбәр итеүенсә, дүрт ғәҙәттән тыш хәл Бөрйән урман хужалығында теркәлгән, уларҙан 8,1 гектар майҙан зыян күргән. Әүжән, Дүртөйлө һәм Туймазы урман хужалыҡтарында берәр янғын сыҡҡан.
— Бөгөнгө көнгә ете янғындың бишәүһе һүндерелгән. Әүжән һәм Бөрйән урман хужалыҡтарындағы янғындар таралыуҙан туҡтатылған, - тип хәбәр итте Айбулат Ғәйнуллин. – Әүжән урман хужалығында сыҡҡан утты һүндереү өсөн хужалыҡ белгестәре, «Әүжән урманы», «Бөрйән урманы» дәүләт унитар предприятиелары, шулай уҡ Башҡортостандың Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителгән.
2013 йылдың янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып республиканың урман фондында 17 янғын теркәлгән. Уларҙан зыян күргән майҙан бөгөнгө көнгә 47,6 гектар тәшкил итә.
10 июндән республиканың урман фонды биләмәһендә айырым янғынға ҡаршы режим индерелде.
БР Урман хужалығы министрлығының диспетчер идараһы пункты тәүлек әйләнәһенә эшләй. Урман һағының «тура линия»һы телефоны: 8(347)262-40-39 йәки 8-800-100-94-00 (бөтә телефондарҙан да шылтыратыу бушлай).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика