Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июнь 2013, 11:45
Аҙна аҙағынаса Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡланасаҡ
Ағымдағы аҙна аҙағынаса Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡланасаҡ: көндөҙ – 28-33 градус, төндә 10-17 градус йылы буласаҡ.
Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, яуым-төшөм был көндәрҙә республиканың күпселек райондарында көтөлмәй. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын.
Волга буйы федераль округының ҡайһы бер төбәктәрендә синоптиктар янғын хәүефлелегенең юғары булыуын күҙаллай. Шулай итеп, 17 июндә Ырымбур өлкәһендә һәм Татарстандың көнбайыш төбәктәрендә юғары, урыны менән ғәҙәттән тыш янғын хәүефлелеге күҙаллана.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
һауа торошо
Читайте нас