05:01 (UTC+5), 14 Июнь 2013

Республикала социаль партнерлыҡ өлкәһендәге конкурста еңеүселәр тәбрикләнде

Сергей Захаров
13 июндә Башҡортостан Хөкүмәтендә вице-премьер Лилиә Ғүмәрова «Юғары социаль һөҙөмтәлелек һәм социаль партнерлыҡты үҫтереү өсөн» республика конкурсында еңеүселәргә дипломдар тапшырҙы.
Тәүге этапта ике йөҙҙән ашыу ойошма ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән. Улар араһынан ун бер еңеүсе билдәләнде. Икенсе турға үтеү өсөн ойошмаларҙан социаль партнерлыҡтың төп принциптарына һәм юғары етештереү һөҙөмтәлелегенә тап килеү талап ителде.
Һөҙөмтәлә бюджетҡа ҡарамаған ойошмаларҙың беренсе төркөмөндә беренсе урынға - «Д.А.Черняев исемендәге Урал-Себер магистраль нефть үткәргестәре», икенсе урынға – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, өсөнсө урынға Стәрлетамаҡтың «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәте лайыҡ булды.
Бюджетҡа ҡарамаған ойошмаларҙың икенсе төркөмөндә беренсе урынды - «Рощинский» совхозы, икенсе урынды – Учалы тегеү фабрикаһы, өсөнсө урынды Өфө ҡалаһының «Яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау һәм ҡарау буйынса махсуслаштырылған идаралыҡ» яуланы.
Бюджет ойошмалары араһында беренсе урын - Өфө дәүләт авиация техник университетына, икенсе урын – Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһына һәм өсөнсө урын Бөрө психоневрология интернатына бирелде.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика