07:21 (UTC+5), 14 Июнь 2013

Борис Мелкоедов киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен Матбуғат һәм мәғлүмәт көнө менән ҡотланы

"Башинформ"
БР Матбуғат буйынса агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов киң мәғлүмәт саралары, нәшриәт эшмәкәрлеге һәм полиграфия вәкилдәрен һөнәри байрамдары – Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы.
«Мәғлүмәт киңлеген ҙурайтып, яңынан-яңы медиа-технологиялар үҫешкән заманда ла журналист һүҙе йәмғиәттә мөһим һәм ихтирамлы урын биләүен дауам итә. Көслө һүҙ кешеләрҙе берләштерә, яҡшылыҡҡа ышаныс уята ала. Шулай уҡ ул һәләк итеү көсөнә лә эйә. Шуға күрә журналист ҡәләменең осло, әммә объектив булыуы, гәзит биттәренән, телевизор экрандарынан Ватанға ысын һөйөү яңғырауы, материалдарҙа кеше тормошон яҡшыртыуға ынтылыш булыуы мөһим. Башҡортостан матбуғатында республика халҡының хәстәрҙәрен ҡайғыртып йәшәгән бик күп һәләтле, профессиональ журналистар эшләй. Ваҡиғалар солғанышында булып, һеҙ барлыҡ ижади көсөгөҙҙө дөйөм кешелек һәм социаль ҡиммәттәрҙе тергеҙеүгә һәм нығытыуға йүнәлтәһегеҙ.Төбәк киң мәғлүмәт саралары үткерлек, объективлыҡ, оперативлыҡ һәм башҡа профессиональ сифаттар буйынса федераль кимәлдәгенән бер ҙә ҡалышмай», - тиелә ҡотлау хатында.
БР Матбуғат буйынса агентлығы етәксеһе журналистарға, нәшриәтселәргә һәм барлыҡ киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә уңышлы һәм сифатлы үҫеш, ҡыҙыҡлы темалар һәм ижади уңыштар теләне.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика