10:13 (UTC+5), 14 Июня 2013

Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре «Журфест-2013» байрамына йыйылды

Розалия Вәлиева
Благовещен янындағы Ҙур утрауҙа Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған «Журфест-2013» байрамы башланды.
Сарала 68 редакциянан 300-гә яҡын кеше ҡатнаша. Быйыл фестиваль пионерҙар слеты форматында үткәрелә.
— Пионерҙар слеты – беҙ һағынып иҫкә алған совет осорона әйләнеп ҡайтыу мөмкинлеге, - тине БР Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков, сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп. – Редакция коллективтары, ижади берләшмәләр яҡшы әҙерләнгән. Әлеге ваҡытта журналистар спорт ярыштарына әҙерләнә.
БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов хеҙмәттәштәренә күңелле ял теләне.
Шулай уҡ «Журфест-2013» байрамы сиктәрендә тармаҡтың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә почетлы исемдәр биреү һәм грамоталар менән наградлау тантанаһы үтте.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика