18:18 (UTC+5), 13 Июня 2013

«Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында»ғы закон яҙғы сессия аҙағынаса ҡабул ителәсәк

Людмила Терновая
«Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында»ғы закон яҙғы сессия аҙағынаса ҡабул ителәсәк. Был хаҡта БР Дәүләт Йыйылышының Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Рауил Бикбаев хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, ғәмәлдәге федераль ҡануниәткә ярашлы, төбәктәр кимәлендә белем биреү системаһы эшмәкәрлегенең төп принциптарын билдәләгән документты ҡабул итеү сроктары сикләнгән.
— Закон ағымдағы йылдың июнендә икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙарҙа ҡабул ителергә тейеш. Федераль закон беренсе сентябрҙән үҙ көсөнә инәсәк, шуға күрә беҙ төбәк кимәлендә был ваҡытҡа тиклем бүленгән вәкәләттәр йәһәтенән үҙ законыбыҙҙы ҡабул итергә тейешбеҙ, - тип хәбәр итте Рауил Бикбаев.
Закон республика белем биреү системаһының нигеҙе булып торасаҡ, тип иҫәпләй БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова.
— Республика парламентының үткән ултырышында беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән закон проекты әҙерләнгән ваҡытта уҡ ҙур эштәр башҡарылған ине, - тип һөйләне вице-спикер. – Шуға күрә бөгөнгө көнгә барлыҡ бәхәсле мәсьәләләр ҙә хәл ителгән. Закон проекты республиканың Дәүләт Йыйылышы сайтында йәмәғәт тикшереүенә сығарылған, тәҡдимдәр индерергә ваҡыт. Беҙҙең өсөн ата-әсәләрҙең дә, педагогтарҙың да фекерҙәрен ишетеү мөһим. Республика парламенты депутаттарының, педагогтарҙың оло хеҙмәте ярҙамында беҙҙә фундаменталь документ булдырылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика