10:23 (UTC+5), 11 Июня 2013

Рөстәм Хәмитов танылған кутюрье Вячеслав Зайцев менән осрашты

Розалия Вәлиева
Танылған модельер Вячеслав Зайцев яңы мәктәп формаһын булдырыуҙа ярҙам итеү маҡсатында Өфөгә килде. Визит сиктәрендә ул Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашты.
— Мин мәктәп формаһын булдырыу яҡлы, - тип билдәләне республика Президенты. – Алдағы ваҡытта тейешле документтар ҡабул ителәсәк һәм унда мәктәптәргә форма индереү тәҡдим ителәсәк.
— Беҙҙең заманда, балалар мәктәп формаһы кейгән саҡта, бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтар килеп тыумай ине – уҡыусылар тигеҙ булманы, әммә барыһы ла береш булды, - тине Вячеслав Зайцев. – Бөгөн уҡыусылар ата-әсәләренең мөмкинлектәренән сығып төрлөсә кейенә. Был балаларҙың ысынбарлыҡҡа ҡарашы формалашыуына йоғонто яһай.
Өфө трикотаж фабрикаһында, уның директоры Зөһрә Исмәғилева һүҙҙәренсә, мәктәп формаһы биш йыл элек әҙерләнә башлаған. Танылған кутюрье коллекцияны эшләп бөтөүҙә ҡатнашырға ризалыҡ биргән.
— Күп эштәр эшләнгән, әммә алда ла башҡарыласаҡ эштәр етерлек, - тине Вячеслав Зайцев. – Кисә эскиздар эшләнем – бөгөн улар буйынса тегелгән форма өлгөләрен ҡараясаҡмын. Быйыл көҙ Мәскәүҙә яңы ҡышҡы коллекциям тәҡдим ителәсәк, уның деталдәре лә Өфө фабрикаһында тикшерелде.
Алтынсы класҡа тиклемге мәктәп формаһы әҙер тиерлек. Өлкән класс уҡыусылары өсөн бер нисә әйберҙән торған формалар тәҡдим ителә. Вячеслав Зайцев Өфөнөң Рәсәйҙә мәктәп формаһын булдырыусы булып китеренә ышанысын белдерҙе.
Президент менән осрашыу барышында Башҡортостанда әҙерләнгән коллекция буйынса консультациялар ойоштороу мөмкинлектәре тикшерелде. Әйткәндәй, ағымдағы йылдың октябрендә әлеге коллекция Парижда Башҡортостандың презентацияһы барышында тәҡдим ителәсәк.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика