05:33 (UTC+5), 10 Июня 2013

Рөстәм Хәмитов Бүздәк районындағы һабантуйҙа ҡатнашты

Арина Рәхимҡолова
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бүздәк районының Шарбаш ауылы эргәһендә ойошторолған «Һабантуй-2013» байрамында ҡатнашты. Республика етәксеһе бер нисә хужалыҡтың тирмәләрен ҡарап сыҡты, ат сабышын күҙәтте, көрәш майҙанында булды, шулай уҡ байрамды асыу тантанаһында сығыш яһаны, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәтенән.
Бүздәк районында һуңғы йылдарҙа яҡшы үҫеш динамикаһы күҙәтелә, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Бында сәнәғәт производствоһы үҫеше күҙәтелә, яңы биналар төҙөлә, инвестициялар йәлеп ителә.
– Бөгөнгө көндә районда етештереү күләме яҡынса 700 миллион һум тәшкил итә, бер аҙҙан бер миллиард һумлыҡ сикте лә үтербеҙ. Был яҡшы күрһәткес. Алдағы йылдарҙа яңы производстволар, фермалар, эшкәртеү заводтары төҙөлөр, тип ышанам. Һүҙ һөт етештереү буйынса мегакомплекс хаҡында бара, - тине Рөстәм Хәмитов.
Республика етәксеһе барлыҡ ауыл халҡын байрам менән ҡотланы, ныҡлы һаулыҡ, күтәренке кәйеф, уңыштар теләне. Башҡортостан Президенты быйыл мәктәпте тамамлаусы йәштәргә лә айырым мөрәжәғәт итте.
– Алыҫ ергә уҡырға китһәгеҙ ҙә, эшләргә тыуған яғығыҙға ҡайтығыҙ. Бында һеҙҙең өсөн эш урындары һәр саҡ бар, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
1 из 18
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика