Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июнь 2013, 16:04

Өфөлә оло йәштәгеләрҙе компьютер белеменә өйрәтеү үҙәге асыласаҡ

Өфөлә оло йәштәгеләрҙе компьютер белеменә өйрәтеү үҙәге эшләйәсәк. Рәсми рәүештә үҙәк 10 июндә Коммунистик урамы, 39 адресы буйынса асыла. Башҡортостанда был беренсе бынай учреждение.
БР Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, компьютер белеменә өйрәтеү «Онлайн өләсәй һәм ҡартатай» милли программаһы сиктәрендә ойошторола.
Оло кешеләрҙе көндәлек тормошта компьютер һәм интернет менән ҡулланырға өйрәтеү, уларға заманса технологияларҙы белергә ярҙам итеү федераль программаның һәм үҙәктең төп маҡсаттары булып тора. Был пенсия йәшендәге кешеләрҙең мәғлүмәти һәм социаль айырымланыу мәсьәләһен хәл итергә мөмкинлек бирәсәк.
Автор:Эльвира Латипова
Читайте нас: