11:22 (UTC+5), 06 Июнь 2013

Ҡаланың юғары наградаларына 29 өфөлө лайыҡ булды

Арина Рәхимҡолова
Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко Башҡортостан баш ҡалаһының иң лайыҡлы кешеләренә наградалар тапшырҙы.
Советтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тәбрикләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре – табиптар, уҡытыусылар, театр актерҙары, шағирҙар, дизайнерҙар, сәнәғәт һәм халыҡты хеҙмәтләндереү предприятиелары хеҙмәткәрҙәре бар. Бөтәһе 29 кеше.
— Ҡала Советы президиумы наградланыусыларҙы һәр ваҡыт ентекле һайлап ала, - тине Евгений Семивеличенко. – Осраҡлы кешеләр һеҙҙең арағыҙҙа юҡ. Ҡала алдындағы ҡаҙаныштарығыҙ оло баһаға лайыҡ. Коллегаларығыҙ араһында яулаған ихтирамығыҙ, хеҙмәтегеҙ менән быны күп тапҡырҙар иҫбатланығыҙ. Күптәрегеҙ ҡала кимәлендә генә түгел, республика һәм федераль кимәлдәрҙә лә наградаларға лайыҡ булды.
Дүрт кешегә ҡаланың юғары наградаһы – Өфөнөң Почет грамотаһы тапшырылды. Ҡалғандары ҡала Советының Почет грамоталарына лайыҡ булды. Тәбрикләнеүселәр араһында байтаҡ медицина хеҙмәткәрҙәре бар. Был осраҡлы түгел – 16 июндә илдәге барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.
Бындай наградлауҙар Өфө ҡала Советында даими рәүештә үткәрелеп тора. Улар, ғәҙәттә, ҙур байрамдар алдынан ойошторола.
Тантаналы сара, йола буйынса, күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика