Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июнь 2013, 16:17

Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса Вьетнамда бәләгә тарыған яҡташыбыҙға хәйриә ярҙамы күрһәтелде

24 майҙа Салауат ҡалаһында йәшәгән Лариса Хисмәтуллинаның туғандары зыян күреүсене Рәсәйгә эвакуациялау буйынса ярҙам һорап Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт итте. Туристик путевка буйынса Вьетнам Республикаһының Нячанг ҡалаһында ял иткән яҡташыбыҙ юл-транспорт фажиғәһе һөҙөмтәһендә ауыр йәрәхәттәр алған.
27 майҙа зыян күргән ҡатынды Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы самолеты менән Мәскәүгә алып килделәр, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Шулай уҡ Башҡортостан Президенты ҡушыуы буйынса ҡатынға бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан 600 мең һум күләмендә хәйриә ярҙамы күрһәтелде.
Әлеге ваҡытта яҡташыбыҙ Тергеҙеү медицинаһы дауалау-реабилитация үҙгендә тейешле дауалау ала.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: