06:59 (UTC+5), 03 Июня 2013

Рөстәм Хәмитов Салауат ҡалаһына 65 йыл тулыуға арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны

Эльмира Сабирова
1 июндә Салауат ҡалаһы халҡы өс байрам - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн, ҡалаға һәм «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә 65 йыл тулыуҙы билдәләй.
Тантаналы сараларҙа Башҡортостан Президенты ла ҡатнашты. Предприятие тураһында һүҙ йөрөтөп, Рөстәм Хәмитов «Газпром нефтехим Салауат» компанияһының республикала ғына түгел, ә тотош илдә химия һәм нефть эшкәреү сәнәғәтенең флагманы булып тороуын билдәләне.
— «Газпром нефтехим Салауат» компанияһы һәр яҡлап үҫешә. Был заманса предприятие һәр ваҡыт яңыртылып тора, заманса производстволар булдырыуға ул ҙур ресурстар йүнәлтә. Бындай предприятиеларҙың ҡала мөхитен яҡшыртыуға, мәктәптәр, дауаханалар, парктар, спорт объекттарын төҙөүгә ресурстар йүнәлтеүе үтә һөйөнөслө, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Әйткәндәй, комбинат һәр ваҡыт республика иҡтисадына ярҙам итте һәм киләсәктә лә шулай буласаҡ.
— Бөгөн Салауат ҡалаһында көн матур. Яҡшы һауа торошо урамда ғына түгел, күңелдәрҙә лә тантана итә, - тине Башҡортостан Президенты. – Беҙ яңыртылған мәҙәниәт паркында булдыҡ, яңы балалар дауаханаһын, башҡа объекттарҙы ҡарап сыҡтыҡ. Заманса ысул менән биҙәлгән йорт фасадтарын күрҙек. Быларға ҡарап, шуны аңлайһың: тормош, дөйөм алғанда, дөрөҫ йүнәлеш буйынса бара, беҙ үҫешәбеҙ, алға табан барабыҙ. Әлбиттә, етешһеҙлектәр ҙә, эшләнәһе эштәр ҙә бихисап, әммә тормоштоң һәр мәлендә ыңғай яҡтар бар. Һәм беҙ шул ыңғай яҡтарҙы күбәйтергә тырышабыҙ.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика