06:20 (UTC+5), 03 Июнь 2013

Башҡортостан Президенты эш сәфәре менән Салауат ҡалаһында булды

Эльмира Сабирова
Шәмбе, 1 июндә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Салауат ҡалаһында булды. Ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында төбәк башлығы ағас ултыртыу акцияһында ҡатнашты. Салауат халҡы ҡалаға 65 йыл тулыу уңайынан йүкә үҫентеләрен ултыртты.
Артабан республика етәксеһе 1-се лицейҙа булды. Уның янында «Мәктәп. Бишенсе элемент» тип аталған урам сәнғәте фестивале үткәрелде. Сара сиктәрендә Санкт-Петербург һәм Салауат ҡалалары рәссамдары дүрт күп ҡатлы йорттоң фасадтарында һүрәттәр төшөргән. Фән, тәбиғәт, ижад, энергия һәм мәктәп – барлыҡ композицияларҙың төп темаһын тәшкил итә. Рәссамдар билдәләүенсә, бындай һүрәттәрҙе төшөрөү өсөн ике-өс ай ваҡыт талап ителә. Шуға күрә Салауат ҡалаһында байрамға алдан уҡ әҙерләнә башлағандар. Әлеге ижади эштә 20-гә яҡын кеше ҡатнашҡан.
— Был проект миңә бик оҡшаны, уны Өфө, Салауат һәм республиканың башҡа ҡалаларында ла йәйелдерергә кәрәк, - тине Рөстәм Хәмитов.
Фестиваль тағы бер нисә көн дауам итәсәк. Уны ойоштороусылар урам сәнғәте техникалары һәм төрҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк.
Салауат ҡалаһына эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты яңы асылған амбулатор гемодиализ үҙәген ҡараны. Учреждение Салауат һәм Ишембай халҡын хеҙмәтләндерә. Был хаҡта баш табип Ринат Хәбибуллин һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, бында уртаса айлыҡ эш хаҡы табиптар араһында – 37 мең һум, медицина персоналы араһында 16 мең һум тәшкил итә.
Республика етәксеһе БР Хөкүмәте вице-премьеры Лилиә Ғүмәроваға республикала бындай яңы үҙәктәр асыу мәсьәләһен ентекле тикшерергә ҡушты.
Артабан Рөстәм Хәмитов ҡала балалар дауаханаһында булды. Унда функциональ диагностика блогын, физиотерапия бүлмәһен, операция залын һәм башҡа бүлектәрҙе ҡарап сыҡты.
Журналистар менән аралашыу барышында Башҡортостан Президенты тәьҫораттары менән бүлеште.
— Һуңғы ваҡытта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмғиәттә кире мәғлүмәттәр өҫтөнлөк итә. Бәлки, кире яҡтарҙы күреү һәм улар тураһында һөйләү еңелерәк булғанға шулайҙыр. Ә мин бөгөн көнө буйы тормоштоң тик ыңғай яҡтары менән генә танышам: яңы клиникалар асыла, яҡшы дауаханалар төҙөлә, - тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн Өфөлә яңы бала табыу йортон ҡараныҡ, Салауат ҡалаһы көнөн нисек билдәләүҙәрен күрҙек. Был матур байрамға барлыҡ ҡала халҡы тиерлек йыйылған. Шуға күрә, минеңсә, изгелек яйлап булһа ла, әммә ышаныслы рәүештә өҫтөнлөк ала башлай.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика