04:53 (UTC+5), 31 Мая 2013

Бөрөнөң йәш гвардиясылары «Өс быуын китаптары» акцияһын үткәрҙе

Ғәлиә Нәбиева
Йәйге каникулдар алдынан кесе йома, 30 майҙа, Бөрөнөң йәш гвардиясылары ҡала мәктәптәренең береһендә «Өс быуын китаптары» акцияһын үткәрҙе, тип хәбәр итә ER.RU. Сара «Китаптар - балаларға» төбәк проекты сиктәрендә ойошторолдо.
Уҡыусылар менән осрашыуға шағирҙар, атҡаҙанған уҡытыусылар, хеҙмәт ветерандары килде. Уларҙың барыһы ла уҡыусыларға үҙҙәренең тәүге китаптары тураһында һөйләне.
— Китаптар ярҙамында төрлө илдәрҙә булдыҡ, уларҙың тарихы, мәҙәниәте, халыҡтары тураһында белдек, - тип билдләне акцияла ҡатнашыусылар.
Саҡырылған ҡунаҡтар һүҙҙәренсә, улар олоғайғас та китаптарҙан айырылмай. Китап уларҙың иң яҡын дуҫына әйләнгән.
— Китап уҡыған саҡта, яратҡан геройҙарыма оҡшарға тырышам һәм оҙаҡ ваҡыт китапта тасуирланған ваҡиғалар шауҡымында йөрөйөм, сөнки яратҡан геройҙарым минең өсөн һәр саҡ өлгө булып тора, - тип һөйләне 6-сы синыф уҡыусыһы.
«Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның Бөрөләге бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары Надежда Әхмәтова билдәләүенсә, бөгөнгө көндә китап уҡыуҙың ни тиклем мөһим булыуын, китаптарҙың ниндәй әһәмиәткә эйә булыуын күрһәтеү акцияның төп маҡсаты булып тора.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика