08:09 (UTC+5), 30 Мая 2013

Башҡортостандың Социаль страховкалау фонды Өфө гимназияһына китаптар тапшырҙы

Ғәлиә Нәбиева
Рәсәй Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе берҙәм рәсәйлеләрҙең «Китаптар - балаларға» проектында ҡатнашты. Фонд хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн әкиәттәр, нәфис һәм фәнни әҙәбиәт, шиғри йыйынтыҡтар, дәреслектәр йыйҙы. Уларҙың барыһы ла Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназияһына тапшырылды. Төбәк бүлексәһе етәксеһе Марат Латипов китаптарҙы балаларға шәхсән үҙе тапшырҙы.
— Китап – ҙур байлыҡ, унан да ҡиммәтерәк нәмә юҡ. Ул баланы тәрбиәләй, аң кимәлен үҫтерә, телмәрен байыта, - тип уҡыусыларға мөрәжәғәт итте Марат Латипов. – Балаларҙа китапҡа һөйөү тәрбиәләп, уларҙы рухи, мәҙәни, әҙәби мираҫҡа йәлеп итәбеҙ, лайыҡлы граждандар тәрбиәләйбеҙ.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Китаптар - балаларға» проекты аҙағына ла яҡынлаша. Теләгән һәр кеше республиканың ҡала һәм райондарында ойошторолған махсус пункттарға китаптар тапшыра алды. Йыйылған әҙәбиәт мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, йорт-интернаттарға, дауаханаларға тапшырыласаҡ. Бөгөнгө көнгә йәмғеһе 700 меңгә яҡын китап йыйылған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика