07:16 (UTC+5), 29 Мая 2013

Өфөлә «Баш ҡаланы республика балаларына бүләк итәйек» хәйриә проектында еңеүселәр тәбрикләнәсәк

Эльмира Сабирова
«Баш ҡаланы республика балаларына бүләк итәйек» хәйриә проектында еңеү яулаған 300-ҙән ашыу кеше 29 майҙа Өфөгә саҡырылды. Улар Еңеү паркында үтәсәк наградлау тантанаһында һәм Өфө буйлап экскурсияла ҡатнашасаҡ.
Быйыл акцияла Башҡортостандың ете ҡалаһы, 17 районы һәм 18 ауылынан 65 команда ҡатнашты, тип хәбәр итте Йәмәғәт үҫеш фондының йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе Юлиә Зәйҙуллина. Балалар 15 кешенән торған командалар ойоштороп, йәшәгән урындарында изге эштәр башҡарҙы.
— Проектта ҡатнашыусылар бер меңдән ашыу ағас ултыртты, йөҙҙән ашыу сыйырсыҡ ояһы эшләп элде. Мәктәп уҡыусылары урамдарҙы төҙөкләндерҙе, экологик өмәләр үткәрҙе, йылға һәм күл ярҙарын сүп-сарҙан таҙартты, - тине Юлиә Зәйҙуллина. – Спорт сараларында ике меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Акцияла ҡатнашыусылар ветерандарҙы һәм балаларҙы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы. Улар өсөн концерттар ойошторолдо. Шулай уҡ уҡыусылар тыуған илде өйрәнеү буйынса 75 тикшеренеү эше үткәрҙе.
Конкурс комиссияһы ултырышы һөҙөмтәләре буйынса, хәйриә проектында 21 команда еңеүсе тип табылды.
Сара Еңеү паркында 9.45 сәғәттә башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика