04:48 (UTC+5), 29 Май 2013

Благовещен районында Балаларҙы яҡлау көнө алдынан хәйриә акцияһы үтте

Розалия Вәлиева
Балаларҙы яҡлау көнө алдынан Благовещен районының Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам акцияһы үтте. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Панорама» гәзите хәбәрсеһе Любовь Белова хәбәр итте.
Ҡунаҡтар алдында «Нур» приютында тәрбиәләнеүселәр «Һаулыҡ – үҙебеҙҙең ҡулда» концерты менән сығыш яһаны. «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһенән балалар меңдән ашыу китап алды. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы начальнигы Руниза Мәхмүтова ла хеҙмәткәрҙәренең балаларынан бүләктәр тапшырҙы.
Байрамдың аҙаҡҡы өлөшөндә «Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе» конкурсы үтте. Унда райондың биш ауылынан ауыр тормош шарттарында ҡалған ғаиләләр ҡатнашты. Һөҙөмтәлә Бердеева Поляна ауылынан Жеребцовтар - «Иң татыу ғаилә», Һынны ауылынан Кислицындар - «Иң тырыш ғаилә», Ильино-Поляна ауылынан Васильевтар - «Иң сәләмәт ғаилә», Покровка ауылынан Иҫәнбаевтар «Маҡсатҡа ынтылышлы ғаилә» тип танылды. «Еңеүгә ынтылыш өсөн» призына Иҫке Илек ауылынан Ғиндуллиндар ғаиләһе лайыҡ булды.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика