09:50 (UTC+5), 29 Мая 2013

Башҡортостанда йәнә 56 ҡатын «Әсәлек даны» миҙалы менән наградланды

Ольга Мортазина
Республика йортонда күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән наградлау тантанаһы үтте. Сараны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова алып барҙы.
— Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә бихисап социаль ярҙам саралары күрһәтелә. Әммә ғаилә институтын нығытыу өсөн, күп эштәр башҡарырға кәрәк әле. Һеҙгә лә, хөрмәтле әсәләр, йәштәр менән эшләүҙә ярҙам итеүегеҙҙе һорап мөрәжәғәт итәм. Балаларығыҙға матур тәрбиә биреп, уларға өлгө күрһәтәһегеҙ, - тип мөрәжәғәт итте әсәләргә вице-премьер. – Былтыр республикала 59 мең сабый тыуған. Башҡортостан Президенты һәр саҡ балалар һанының йылдан-йыл артасағына ышаныс белдерә. Улар уңайлы шарттарҙа йәшәһен өсөн, яңы эш урындары булдырыла, балалар баҡсалары төҙөлә: бөгөнгө көндә 3-7 йәштәрҙәге 14 мең 95 сабый сиратта тора. Өс йыл эсендә балалар баҡсалары төҙөргә, сабыйҙарҙы ваҡытлыса ҡарау төркөмдәре булдырырға планлаштырабыҙ. 2016 йылға был сират бөтөргә тейеш. Хәл ителергә тейеш мәсьәләләрҙең күп булыуын аңлайбыҙ. Република Президенты беҙҙең алға аныҡ бурыс ҡуйҙы: ғаилә һәм балаларҙың өҫтөнлөклө йүнәлеш булыуын белдерҙе.
Ҡатындарҙы юғары наградалар менән ҡотлап, Лилиә Ғүмәрова 56 әсәгә миҙалдар һәм бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата премиялар тапшырҙы. БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса, бөгөнгө көнгә «Әсәлек даны» миҙалы менән йәмғеһе 5700 ҡатын наградланған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, награда Башҡортостанда 1998 йылда биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән әсәләр өсөн булдырылды.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика