Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май 2013, 14:13

Башҡортостан шифаханалары 11 алтын һәм бер көмөш миҙалға лайыҡ булды

Сочиҙа үткән «Шифахана-2013» бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан шифаханалары 11 алтын һәм бер көмөш миҙал яуланы.
Шулай итеп, «Красноусол» шифаханаһы дүрт «алтын» алып ҡайтты. Форумдың юғары наградаларына ул түбәндәге номинацияларҙа лайыҡ булды: «Иң яҡшы бальнеодауаханаһы», «Иң яҡшы SPA-технологиялар», «Тәбиғи дауалау факторҙарын ҡулланыу буйынса иң яҡшы шифахана» һәм «Иң яҡшы художестволы үҙешмәкәр ижад коллективы». Бынан тыш, «Красноусол» шифаханаһы ижади бәйгелә диплом алды, тип хәбәр итте шифахана хеҙмәткәрҙәре.
«Асы» шифаханаһы «Иң яҡшы шифахана» исеменә лайыҡ булды һәм алтын миҙал менән наградланды.
«Яҡтыкүл» иһә «Ләм менән дауалауҙың иң яҡшы технологиялары», «Иң яҡшы климатотерапия һәм климатопрофилактика технологиялары» номинацияларында еңеү яуланы.
«Танып» шифаханаһы «Иң яҡшы бальнеодауаханаһы», «Иң яҡшы традицион медицина технологиялары», «Иң яҡшы физкультура-сәләмәтләндереү комплексы» номинацияларында алтын миҙалдар алды.
Автор: Эльмира Сабирова
Читайте нас