06:36 (UTC+5), 27 Мая 2013

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостанда тәмле, файҙалы һәм сифатлы продукттар етештерелә»

Арина Рәхимҡолова, Розалия Вәлиева
Башҡортостан Президенты Краснокама районының Ташҡын ауылында урынлашҡан «Уралагро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ауыл хужалығы предприятиеһы менән танышты. Компанияға 2011 йылда нигеҙ һалынған. Бөгөнгө көндә бында заманса ҡошсолоҡ фермаһы урынлашҡан. Проектҡа инвестициялар күләме 388 миллион һум тәшкил иткән.
Предприятие биләмәһендә туғыҙ корпус урынлашҡан. Унда 230 меңләп ҡош аҫрала. Компанияла йәмғеһе 215 кеше эшләй. Улар ярҙамында бында йылына 1000 тонна ит етештерелә. Әммә ағымдағы йыл аҙағынаса предприятиеның етештереү ҡеүәте бер нисә тапҡырға арттырыласаҡ һәм йылына 6000 тонна ит етештереләсәк, тип планлаштырыла.
Шулай уҡ компания ҡарамағында 1200 гектар ер бар. Алдағы ике йылда ауыл хужалығы биләмәләрен 10 мең гектарға тиклеп арттырыу планлаштырыла.
Эшкәртеү цехында 60 төрҙән ашыу продукция етештерелә. Уларҙың 80 процентын һыуытылған ҡош ите тәшкил итә, ҡалғаны – туңдырылған ярымфабрикаттар. Уларҙың барыһы ла предприятиеның Өфөлә һәм Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә урынлашҡан сауҙа нөктәләрендә һатыла.
– Мин һәр ваҡыт Башҡортостан предприятиелары етештергән тәмле, файҙалы һәм сифатлы продукцияны һатып алырға саҡырам, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Краснокама районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты шулай уҡ Николо-Березовка ауылында урынлашҡан «Ҡарағай урманы» («Сосновый бор») шифахана-профилакторийында булды. Бында 200 миллион һумға яңыртыу эштәре үткәрелгән. Ағымдағы йылдың июнь айынан дауалау корпусы тәүге пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер буласаҡ.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика