05:01 (UTC+5), 24 Мая 2013

Рөстәм Хәмитов менән Михаил Бабич Башҡорт дәүләт университетында булды

Ольга Мортазина
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Башҡорт дәүләт университетында булды һәм университет ректораты менән осрашты. Осрашыу алдынан ҡунаҡтар күргәҙмәне һәм эксперименталь лабораторияларҙы ҡарап сыҡты. Был лабораторияларҙа физика һәм наноматериалдар технологияһы кафедраһы, электроника һәм наноэлектроника кафедраһы студенттары һәм аспиранттары шөғөлләнә.
Михаил Бабич билдәләүенсә, техник процеста алға китеш булһын өсөн, университеттар уҡыу йорттары ғына түгел, ә ғилми үҙәктәр ролен дә башҡарырға тейеш.
— Башҡорт дәүләт университеты республиканың төп белем биреү учреждениеһы, иң ҙур юғары уҡыу йорто булып тора. Шуға күрә һеҙ үҙ өҫтөгөҙгә ҙур яуаплылыҡ алдығыҙ, - тип мөрәжәғәт итте Рөстәм Хәмитов БДУ-ның яңы ректоры Николай Морозкинға. – Университетты үҫтерергә кәрәк, күршеләрҙән ҡалышырға ярамай. Шул уҡ ваҡытта тик Башҡорт дәүләт университетында ғына булған йүнәлештәргә - башҡорт халҡының тарихына, теленә иғтибар йүнәлтеү мөһим. Бер-ике йылдан БДУ янында ҙур ваҡиға – ШОС һәм БРИКС саммиттары үтәсәк. Ҡунаҡтарҙың бер өлөшө мотлаҡ бында киләсәк, шуға күрә быға әҙерләнергә кәрәк. Универитетта бер нисә ҙур сара үткәрелеүе ихтимал. Матди база тураһында уйларға кәрәк. Ике-өс яҡшы, заманса ятаҡ төҙөү бурысын ҡуйып, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү өҫтөндә уйларға кәрәк. Һеҙҙең бурысығыҙ – фән өлкәһен үҫтереү, күберәк килешеүҙәр төҙөү. Һеҙгә уңыштар теләйем, - тине республика башлығы.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика