05:51 (UTC+5), 24 Май 2013

Өфөлә «Башҡортостан өмөтө» һәләтле балалар форумы үтте

Дмитрий Слезин
Республикала «Башҡортостан өмөтө» һәләтле балалар форумын үткәреү матур йолаға әүерелде.
23 майҙа БР Мәғарифты үҫтереү институтында 2013 йылда мәктәп уҡыусылары араһында үткәрелгән төбәк-ара, республика, бөтә Рәсәй олимпиадаларының аҙаҡҡы этаптарында еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте.
Форумда 2012-2013 уҡыу йылының 60-тан ашыу иң яҡшы уҡыусыһы, шулай уҡ уларҙың уҡытыусылары наградланды. Тантаналы сарала Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов һәм башҡа почетлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
— Бөгөн беҙ республика исеменән лайыҡлы сығыш яһаған, еңеүҙәргә өлгәшкән уҡыусыларҙы сәләмләйбеҙ, - тине Әлфис Ғаязов, сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап. – Үҙебеҙҙең мәктәп уҡыусыларына ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Бындай бейеклектәргә өлгәшергә ярҙам иткәндәре өсөн уҡытыусыларға, ата-әсәләргә лә рәхмәт белдерәм. Йыл һайын алдынғы уҡыусыларҙы сәләмләүебеҙгә бик шатбыҙ. Белем биреү системаһын үҫтереүҙә был бик мөһим йүнәлеш булып тора.
Наградлау тантанаһы концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Уҡыусыларҙың сағыу сығыштары сараға айырыуса йәм өҫтәне.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика