05:35 (UTC+5), 22 Май 2013

Рөстәм Хәмитов: «500 ферма» программаһын финанслау мотлаҡ дауам итәсәк»

Арина Рәхимҡолова
Күгәрсен районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Ергән МТС-ы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «500 ферма» республика маҡсатлы программаһы буйынса төҙөлгән һөтсөлөк-тауар фермаһын ҡараны.
Дәүләт программаһы сиктәрендә бында 233 баш эре малға иҫәпләнгән һөтсөлөк комплексы төҙөлгән, мал аҫрау һәм ашатыу өсөн оптималь шарттар булдырылған, заманса яңы ҡорамалдар һатып алынған.
Рөстәм Хәмитов, фермала етештерелгән продукцияның үҙҡиммәте хәҙер кәмей башлаясаҡ, тигән ышанысын белдерҙе.
Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко хәбәр итеүенсә, программа буйынса хужалыҡҡа дүрт миллион һумға яҡын аҡса бүленгән, әммә субсидиялау әле тамамланмаған. Төҙөлөш-монтаж эштәренә бөтәһе 23 миллион һум тотонолған, йәнә 18 миллионға ҡорамалдар һатып алынған.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ сәсеү эштәре барышы хаҡында ҡыҙыҡһынды, кәрәкле техника менән тәьмин ителеү тураһында һорашты.
Ергән МТС-ы ҡарамағында – 100 мең гектарҙан ашыу, Исем ауылында 21 мең гектарға яҡын сәсеүлек майҙандары бар. Николай Коваленко хәбәр итеүенсә, баҫыу эштәре өсөн кәрәкле техника бар, әммә тиҙҙән техника паркын яңыртырға кәрәк буласаҡ, сөнки тракторҙар - етешәр-һигеҙешәр йыл, комбайндар унышар йыл эшләй.
Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, «500 ферма» программаһын тормошҡа ашырыу дауам итәсәк. Республиканың ауыл хужалығы министры хәбәр итеүенсә, программа сиктәрендә быйыл йөҙөнсө ферманы асыу планлаштырыла. Рөстәм Хәмитов юбилейлы һөтсөлөк комплексына мотлаҡ барырға һүҙ бирҙе.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика