Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.17
-0.28
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Май 2013, 12:20

«Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына Зөлфирә Аҡбашева яуап бирә

22 майҙа «Ижтимағи электрон гәзит» (www.i-gazeta.com) сайтында, Рәсәй Федерацияһы Президентының Башҡортостандағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе ярҙамында, Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Зөлфирә Аҡбашеваның онлайн-конференцияһы бара.
Урындағы ваҡыт менән 11-ҙән 12-гә тиклем «Ижтимағи электрон гәзит» сайтына ингән һәр кеше, «Һорау бир!» бүлегендәге тейешле форманы тултырып, уға мөрәжәғәт итә ала. Төшкө 12-лә һорауҙар ҡабул итеү туҡтатыласаҡ.
Интернет ҡулланыусылар өсөн i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында бойомға ашырыла.
Зөлфирә Аҡбашеваның интернет-берләшмә менән аралашыуы «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар теҙмәһендә лә сағылыш табасаҡ.
Рендеринг һәм конвертациянан һуң «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференциянан тулы видеоотчет биреләсәк.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: