06:10 (UTC+5), 22 Мая 2013

Белорет районының ике балалар йорто өс меңдән ашыу китап алды

Әлим Фәйезов
Шишәмбе, 21 майҙа, Белорет районы хакимиәтендә күңелле сара үтте. Район хакимиәте башлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе секретары Владислав Миронов «Китаптар - балаларға» проекты сиктәрендә Үҙән һәм Сәрмән балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә китаптар тапшырҙы.
— Бөгөн балалар йорттарына өс меңдән ашыу китап бүләк итәбеҙ. Балалар өсөн китаптарҙы республика халҡы йыйҙы. Уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға уларҙың файҙаһы тейер, тип ышанабыҙ. Тиҙҙән йәйге каникулдар башлана, балаларҙың буш ваҡыты күберәк була. Ул ваҡытты китап уҡыу өсөн файҙаланырға мөмкин. «Китап – иң яҡшы бүләк» тигән боронғо әйтем бер ҙә иҫкермәҫ, тип ышанам, - тине Владислав Миронов.
— Бөгөн иң мөһиме – яҡшы уҡыу, белемде камиллаштырыу, китаптар был йәһәттән иң яшы ярҙамсы булып тора, - тип билдәләне ул.
Балалар йорттары етәкселәре Мария Калуцкая һәм Нурия Шаһиморатова тәрбиәләнеүселәр исеменән акцияны ойоштороусыларға һәм был проектта ҡатнашҡан барлыҡ кешеләргә рәхмәт әйтте, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика