12:11 (UTC+5), 16 Мая 2013

Баш ҡалала Атлы туризм үҙәге булдырыласаҡ

Людмила Терновая
Өфөлә Атлы туризм үҙәге булдырыласаҡ. Бындай ҡарар баш ҡаланың «Аҡбуҙат» ипподромында үткән кәңәшмәлә ҡабул ителде. Кәңәшмәне БР Туризм буйынса агентлығы етәксеһе Артем Колесников алып барҙы.
— Экологик туризмды үҫтереү эшендә яңы ҡарарҙар ҡабул итеү, был өлкәләге барлыҡ структураларҙың көстәрен берләштереү ихтыяжы килеп тыуыҙы, - тине төбәктең Туризм буйынса агентлығы етәксеһе Артем Колесников. – Аттар республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтар мәҙәниәтенең һәм көнкүрешенең айырып алғыһыҙ өлөшө булып тора, ә уникаль тәбиғәт шарттары туризмдың барлыҡ төрҙәрен үҫтерергә мөмкинлек бирә. Әммә Башҡортостандың был өлкәләге мөмкинлектәре тулыһынса файҙаланылмай. Мәсьәләне хәл итеүҙә «Аҡбуҙат» ипподромы ышаныслы партнер булып тора, шуға күрә Йылҡысылыҡты үҫтереү үҙәген тап бында асырға ҡарар иттек.
«Аҡбуҙат» ипподромының генераль директоры Руслан Ғизәтуллин үҙенең сығышында билдәләүенсә, ипподром коллективы БР Туризм буйынса агентлығы, туроператорҙар һәм юғары уҡыу йорттары менән берлектә халыҡ араһында атлы туризмды популярлаштырыу стратегияһын әҙерләй ала, шулай уҡ был өлкәлә инструкторҙар әҙерләү, яңы туристик маршруттар ойоштороу буйынса эшмәкәрлек алып барырға әҙер. Тап ошо маҡсаттар ҡуйыласаҡ та инде Атлы туризмды үҫтереү үҙәге алдында.
Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» кафедраһы мөдире Любовь Матвеева был мәсьәләнең республика өсөн көнүҙәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм университеттың атлы тризмды үҫтереү өлкәһендәге эшләнмәләрен ҡулланыуҙы урынлы тип билдәләне. Кафедра мөдире шулай уҡ Үҙәк менән берлектә инструкторҙар өсөн квалификация күтәреү курстарын ойоштороу мәсьәләһен хәл итергә ризалашты.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар республикала атлы һәм экологик туризмды үҫтереү йәһәтенән артабан хеҙмәттәшлек итеү, Атлы туризм үҙәгенең эшмәкәрлеген ойоштороуға булышлыҡ итеү тураһында һөйләшеп килеште.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика