Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-11 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2013, 12:16
Стәрлетамаҡта Эшҡыуарлыҡ аҙналығы үтәсәк
Стәрлетамаҡта 20-26 майҙа Эшҡыуарлыҡ аҙналығы үтә. Был көндәрҙә ҡалала семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк, презентациялар һәм консультациялар өсөн майҙансыҡтар ойоштороласаҡ. Стәрлетамаҡтың Эшҡыуарҙар ассоциацияһы ағзаларының дөйөм йыйылышында ҡаланың әүҙем эшҡыуарҙарын наградлау планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.
Яңы эш башлаған эшҡыуарҙар һәм студенттар «Үҙеңде танытыу мөмкинлеге» тип аталған махсус сарала ҡатнашасаҡ.
Эшҡыуарлыҡ аҙналығын махсус күргәҙмә тамамлаясаҡ. Ул 24-26 майҙа ҡаланың Мәҙәниәт һарайында ойошторола. Унда дизайн, шулай уҡ матурлыҡ, мода һәм сәләмтәлек индустрияһы өлкәләрендә яңы тәжрибә индергән бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Автор:
Людмила Терновая
Теги:
эшҡыуарлыҡ
форум
Читайте нас