Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.8
+0.19
90.75
+0.44
62.51
+0.52
-12 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2013, 12:41
Республика инвалидтары өсөн Ағиҙел, Кама һәм Волга йылғалары буйлап круиз ойоштороласаҡ
18 майҙа 18.00 сәғәттә Дуҫлыҡ монументы янындағы пристандән «Башҡортостан» теплоходы ете көнлөк круизға сыға. Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан 100-ҙән ашыу инвалид өсөн Ағиҙел, Кама һәм Волга йылғалары буйлап ҡыҙыҡлы сәйәхәт ойоштороласаҡ. Улар Ульяновск, Ҡазан ҡалаларының иҫтәлекле урындары менән танышасаҡ, урындағы инвалидтар ойошмалары вәкилдәре менән осрашасаҡ, шағирҙар, яҙыусылар менән аралашасаҡ. Сәйәхәт ҡылыусылар өсөн спорт һәм күңел асыу программаһы ла ҡаралған.
Круизды, хәйриә сараһы булараҡ, Рәсәй инвалидтар спорт союзының финанс ярҙамы менән Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе ойоштора.
Автор:
Алик Шакиров
Теги:
хәйриә
инвалидтар
круиз
Читайте нас