11:00 (UTC+5), 15 Мая 2013

Халыҡ-ара Ғаилә көнөндә Өфөлә «Рәсәй ғаиләһе» конгресы асылды

Эльмира Сабирова
Халыҡ-ара ғаилә көнөндә Өфөлә «Рәсәй ғаиләһе: ата-әсә булыу ҡыуанысы, бәхетле бала саҡ, аҡыллы ҡартлыҡ» бөтә Рәсәй конгресы асылды. Унда ҡатнашыусылар ғаилә институтын нығытыу, оло йәштәге граждандарға социаль ярҙам күрһәтеү мәсьәләләрен, илдә ғаилә сәйәсәтен үҫтереү стратегияһын һәм уның закондар менән тәьмин ителешен тикшерә.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова билдәләүенсә, ғаилә сәйәсәтенең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеү буйынса уртаҡ позициялар булдырыу өсөн власть, фән, йәмәғәтселектең барлыҡ тармаҡтарын берләштереү форумдың төп маҡсаты булып тора. Ҡоро һүҙҙәрҙән аныҡ эштәргә, проекттарға күсәбеҙ. Бындай эшмәкәрлектең һөҙөмтәләре лә бар, тип билдәләне вице-премьер.
Лилиә Ғүмәрова һүҙҙәренсә, балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү республикалағы социаль сәйәсәттең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора.
— Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа демографик хәл тотороҡло үҫеш ала. 2012 йылда тыуым - 5,1 процентҡа, халыҡтың тәбиғи артыуы 3,5 тапҡырға артты. Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Башҡортостан тыуым кимәле буйынса – дүртенсе, күп балалы ғаиләләр һаны буйынса беренсе баҫҡысҡа күтәрелде, - тине вице-премьер.
— Балалы ғаиләләрҙе социаль яҡлау өҫтөндә әүҙем эш алып барыла. Бөгөн республикала 170 меңдән ашыу балалы ғаилә 20 төрҙән ашыу финанс ярҙамы ала. Былтыр был маҡсаттарға 2 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтелде, быйыл был сумма 2,2 миллиард һум тәшкил итәсәк, - тип хәбәр итте Лилиә Ғүмәрова.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары шулай уҡ ғаилә абруйы төшөүе, ғаилә мөнәсәбәттәрендә рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм тергеҙеү, бала тәрбиәләү мәсьәләләренә иғтибарын йүнәлтте.
Башҡортостанда 30 мең ғаиләнең 16 меңе тарҡала. Айырылышыуҙарҙың өстән бер өлөшө йәш парҙарға тура килә. Бөгөн йәштәр гражданлыҡ никахын өҫтөн күрә. Һәр бишенсе бала никахтан тыш тыуған. Социаль етемдәр ҙә ҙур борсолоу тыуҙыра. Балалар йорттарында тәрбиәләнгән малай һәм ҡыҙҙарҙың 90 процентының тере ата-әсәһе бар.
Ошо һәм башҡа мәсьәләләр шулай уҡ конгресс барышында тикшереләсәк. Унда Рәсәйҙең алдынғы ғалимдары, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Улар араһында - «Ныҡлы ғаилә» проектының башҡарма директоры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Мәғариф академияһының ағза-корреспонденты Артур Реан, РФ Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Алеся Аршинова, «Рәсәй – әүҙем оҙон ғүмер» федераль проекты етәксеһе Олеся Романова-Плаксина.
Форум эшен фәнни-ғәмәли секциялар дауам итте. Конгресты ойоштороусылар булып БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ярҙамында Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфөләге филиалы сығыш яһай.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика